Модельная библиотека №13 г.Уфы Информационно-правовой центр для населения и предпринимателей
|
||||||||
ГлавнаяО библиотекеИнформационные ресурсыОнлайн сервисыИнформационно-консультационное бюроСВО: Библиотека информируетКарта сайтаКонтакты |
Китапхана тураһында13-сө китапхана бынан 60 йыл тирәһе элек ойошторолған. Баштараҡ ул Левитан урамындағы ике ҡатлы йорттоң бер фатирында урынлашҡан булған. 1982 йылдың апрелендә китапхана Ухтомский урамындағы 12 һанлы йорттоң яҡты, иркен бинаһына күсә. Әлбиттә, китапхана үҙ эшен киңерәк йәйелдерә ирекле абонемент, 24 кешелек урынлы уҡыу залы, ә һуңғараҡ мәғлүмәти- консультация бюроһы сафҡа инә. Хәҙерге ваҡытта китапхана хеҙмәтләндерә торған зонала 10 меңдән артыҡ кеше йәшәй. Йыл әйләнәһенә китапхана 4 меңдән дә артыҡ халыҡты хеҙмәтләндереп 120 меңгә яҡын экземпляр әҙәбиәтте ҡулға бирә ала. 2006 йылда, яңы бүлек мәғлүмәти - консультация бюроһы асылыу менән, китапхана үҙенең эшмәкәрлегендә сифатлы заманса йүнәлеш алды. Мәғлүмәти - консультация бюроһы кесе эшҡыуарлыҡҡа хоҡуҡи иҡтисади мәғлүмәттәр менән тәъмин итеү функцияһын үтәй. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшҡыуарҙарҙың һорауҙарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн китапханала бар мөмкинлектәр булдырылды, шул иҫәптән тема буйынса фонд тупланды, белешмә – библиография аппараты, даими рәүештә “Консультант Плюс” программаһы яңыртыла. 2009 йылдың 22 декабренән китапхана модель китапхана статусы алды.
Китапхана структураһыАбонементАбонемент – ул өйгә бирелә торған китаптар бүлеге. Тик абонементта ғына һиңә ғәжәп бер мөмкинлек - “Китап донъяһы” на сумаһың. Һин унда китап уҡыусылар хөрмәт иткән күренекле шәхестәр – яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар хаҡында белерһең. Уларҙың китап тылсымына сумылып, сираттағы китап күргәҙмәһен күрмәй ҡалмағыҙ. Ошонда уҡ абонементта һиңә ярҙамға кәрәкле китаптар эҙләү өсөн каталогтар һәм картотекалар. Әҫәрҙәр исемлегенән торған картотека, системалы һәм алфавитлы ике каталог урын алған. Ә инде улар менән ҡулланырға һине беҙҙең хеҙмәткәрҙәр өйрәтер. Әлбиттә, ысын китап уҡырға яратыусылар абонементҡа йөрөй. Күберәк ҡыҙыҡлы китаптарҙы белер өсөн оҡшағандарын өйгә алып ҡайтыр өсөн беҙгә киләләр. Нисек һуң бик күркәм ойошторолған китап күргәҙмәләре аша уҙып китәһең? Беҙҙең абонемент китап уҡыусылары менән индивидуаль эшләүе менән дә айырылып тора. Уҡыу залыУҡыу залы – ысынбарлығында ял сәғәттәрен ойоштороусы һәм аң кимәлде үҫтереүсе үҙәк ул беҙҙең китапханала. Шулай уҡ уҡыу залы башҡа һыйҙыра алмаҫлыҡ күп төрлө мәғлүмәттәр менән тупланған бөтә донъя энциклопедиялар, белешмә китаптар донъяһы ул. Гәзит һәм журналдарҙың төрлөлөгө ихтибарҙы йәлеп итә. Уҡыу залында тыуған яҡты өйрәнеү картотекаһы, мәҡәләләрҙең системалы картотекаһы урын алған. Даими рәүештә мәҙәни саралар ҙа ойошторола.
МКБ13-сө модель китапханала мәғлүмәти – консультация бюроһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Үҙәкләштерелгән йәмәғәт китапханалары системаһында беренселәрҙән булып, Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителеүенә 15 йыл тулыу айҡанлы асылды. Иң мөһим йүнәлеш эштең халыҡты хоҡуҡи белемгә, уларҙы юридик белемгә һәм үҙ алдына белем алыуға булышлыҡ итеү, халыҡҡа хоҡуҡи мәғлүмәт тәҡдим итеү, теге йәки был өлкәлә килеп тыуған проблемалар һәм шуларҙы хәл итеү өсөн ҡануниәт һәм норматив акттарға таянып кешеләрҙең көндәлек ихтыяждарын тәьмин итеү тора. МКБ хеҙмәте:
Айырыуса МКБ-ның ҡулланыусылар исемлегендә беҙҙең район эшҡыуарҙары. Уларҙың даими ҡыҙыҡһыныуы ентекле ҡануниәтте өйрәнеү һәм бизнестың уңышлы үҫеүе һәм практикала юридик белемде хоҡуҡта ҡулланыу төп мәсьәлә булып тора. Әлбиттә, граждандарға хоҡуҡи мәғлүмәт үҙе генә түгел, шулай уҡ уның мәғәнәһенә төшөнөү һәм хоҡуҡи формаларҙың торошо, профессиональ консультация мотлаҡ. Шуның өсөн дә беҙҙең китапхана базаһында йома көндәре 16 сәғәттән алып 18 сәғәткә тиклем түләүһеҙ юридик консультациялар алып барыла. Консультацияларҙы юристар Ассоциацияһының адвокаты Сергей Анотольевич Еговкин алып бара, шулай уҡ “Рәсәйҙә түләүһеҙ юридик ярҙам” көндәре рамкаһы аҫтында – Халыҡҡа түләүһеҙ юридик ярҙам акцияһы өс тапҡыр үтте. Унда Юстиция министрлығы юридик консультацияһы, БР-һы буйынса Росреестр идаралығы, Дим районының Прокуратураһы һәм Дим районының нотариусы ҡатнашты. Йыл һайын Дим районы эшҡыуарҙары өсөн кесе һәм уртаса эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса хоҡуҡи төҙөкләндереү Аҙналығы үткәрелә. Унда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субьекттарына ярҙам итеүсе ҡала һәм республика хеҙмәттре ҡатнаша, “Уңышлы эшҡыуарлыҡ серҙәре”, “Эшҡыуар нимә белергә тейеш”, “Эшҡыуарлыҡ башланғыстары һәр кемгә”, “Эшҡыуарлыҡ механикаһы - һалымдар” һәм башҡа китап күгәҙмәләре ойошторола. Эшҡыуарлыҡ менән бәйле һәм шәхси ҡыҙыҡһыныусы китап уҡыусылары өсөн БХС Консультат Плюс, Интернет, текст йыйыу, документтың сығарыу һәм күсермәһен эшләү, мәғлүмәтте электрон рәүештә таратыусы һәм электрон почта менән эш итеү тәҡдим ителә. Ә инде йәштәргә профессия һайлауҙа йүнәлеш биреү өсөн эшҡыуарлыҡ сфераһында балалар менән төрлө саралар үткәрелә. Мәҫәлән, “Нисек миллонер булырға?” турниры, бизнес – викторина “ Фирма һәм уның эшмәкәрлеге”. Эшҡыуарлыҡты йәштәр араһында пропагандалау, йәш кешеләрҙе кесе эшҡыуарлыҡ сфераһына йәлеп итеү – йәштәрҙе эшкә ылыҡтырыу, уларҙың профессиональ ориентацияһын һәм уның үҫешен, йәштәрҙең килемдәрен арттырыу, социаль яҡтан һаҡлау ул. Шуны әйтергә кәрәк, килеүселәр өсөн 13-сө модель китапхана бушлай хоҡуҡи мәғлүмәттәр базаһы булған Дим районында урынлашҡан бөтә бюджет һәм коммерция ойошмалар араһында ул берҙән бер. |