МБУ Централизованная система массовых библиотек ГО г.Уфа Республики Башкортостан

Модельная библиотека №13 г.Уфы

Информационно-правовой центр

для населения и предпринимателей

ГлавнаяО библиотекеИнформационные ресурсыОнлайн сервисыИнформационно-консультационное бюроСВО: Библиотека информируетКарта сайтаКонтакты
РЕЖИМ РАБОТЫ:
01 сен. - 31 мая
ВТ - СБ: 09:00-20:00
01 июн. - 31 авг.
ВТ - СБ: 11:00-20:00
Выходные дни: ВС, ПН
Санитарный день -
последняя пятница месяца

Адрес и телефон:
г. Уфа, ул. Ухтомского, 12
(347) 216-48-02

Уфимская мозаика

Рубрика "Страна поэтов"
И снова вашему вниманию предлагаем прекрасное стихотворение Рашита Назарова "Киләсәк ул яҙ"

Мин еремде һөйәм.
Унан башҡа,
Бәхет тә юҡ беҙгә, шатлыҡ та...
Нисә быуын,
Нисә быуат буйы,
Башын эйгән ошо халыҡҡа!
Тик һаман ер,
Ҡанлы йәштәр йотоп,
Көн уҙҙырыр булған ҡайғыла.
Уның зарын тыңлап
Күк йөҙөндә
Моңһоуланған тулған ай ғына...
Ер ҡәҙерле миңә.
Унда үҫкән
Һәр бер ҡыуаҡ йәнгә һөйкөмлө.
Һәр бер сәскә минең йөрәгемдә
Тамыр йәйеп тора шикелле.
Мин беләмен:
Бынан алыҫтарҙа,
Беҙҙең ошо гүзәл саҡта ла,
Сал еремдең өлкән бер өлөшө
Әүәлгесә әрнеп һыҡтана...
Һәм ер көтә үҙ иңенә баҫып
Тотош алһыу таңдың атыуын,
Аҡ бәхеттең,
Ысын хужа булып,
Бар ҡырҙарҙы ҡосоп ятыуын,
Халыҡтарҙың шатлыҡ татыуын.
Мин ышанам:
Ул көн алыҫ түгел,
Нисә тауҙы ишеп үтһәк тә,
Ни тиклем көс, ҡеуәт түкһәк тә,
Киләсәк ул ергә иң оло яҙ,
Ал нурҙарға сумып киләсәк!
Кешеләрҙең яҡты күңелдәрен
Илһам диңгеҙҙәре күмәсәк!-
Ер өҫтөндә сөнки
Мин беләм:
Ҡояш булып балҡый Илгенәм!

 

   

Централизованная система массовых библиотек г.Уфа 2013
Яндекс.Метрика
1